+23 °С
Ясно
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Августа 2024, 05:00
Һөйәлдәрҙән нисек ҡотолорға?
Күптәр, айырыуса йәйге осорҙа, аяҡтарына һөйләп сығып интегә. Был проблеманан тәбиғи компоненттар нигеҙендә әҙерләнгән майҙар ярҙам итә.
Һөйәлдәрҙән нисек ҡотолорға?
Ҙур булмаған кер һабыны киҫәгенә (20 г тирәһе) 50 г башлы һуған, бер ҡалаҡ ҡаймаҡ һәм бер ҡалаҡ бал ҡушып бутарға.
Килеп сыҡҡан ҡатнашманы һөйәлгә һылап, бинт йә марля киҫәге менән бәйләп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртәнсәк уны йылы һыу менән йыуып төшөрөргә. Был процедураны һөйәлдәр бөткәнсе ҡабатларға мөмкин.
Бер үк күләмдә алоэ япрағы, сей картуф, башлы һуған алып, ҡырғыстан үткәреп, бергә ҡушып бутарға. Шуны һөйәлгә һыларға һәм өҫтөнә урталай ҡырҡылған алоэ япрағы ябып, бинт менән бәйләп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртәнсәк йылы һыу менән йыуып төшөрөргә.
Автор:
Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"