Уйламағыҙ
Уйламағыҙ бәреп йыҡтым тиеп, Көс табырмын торорға үҙемдә. Һөйләмәгеҙ ғәйбәт, ялған һүҙҙәр, Мин ышанмайым яттар һүҙенә. Тырышмағыҙ мине илатырға, Йәнем илаһа ла, иламам. Артымдан нахаҡ бәлә яғып, Алда ҡыланғанды тыңламам. Ҡыҫылмағыз ғаиләм, тормошома, Тикшермәгеҙ эшләр эшемде. Йылы һүҙҙәр, тик яҡты йөҙ менән, Еңеп була ғәҙел кешене. Рухым ныҡлы, шуға алға барам, Булһа ла бит күңел яралы. Тештәремде ҡыҫып ,бәйләп ҡуям Ҡаны һарҡып торған ярамды. А.Сайфуллина