Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Август 2024, 10:00

Әлшәй районының талантлы уҡытыусыһы Миңзәлә Муллағолова ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Әлшәй районының талантлы уҡытыусыһы Миңзәлә Муллағолова ижадынан бер шәлкемӘлшәй районының талантлы уҡытыусыһы Миңзәлә Муллағолова ижадынан бер шәлкем
Әлшәй районының талантлы уҡытыусыһы Миңзәлә Муллағолова ижадынан бер шәлкем

Миңзәлә МУЛЛАҒОЛОВА 1969 йылдың 6 февралендә Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай. 30 йыл тыуған ауылындағы мәктәптә уҡыта. Сәсәниә, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты.

Мин – Ҡыпсаҡ ҡыҙы
Кесерткәнле, дегәнәкле,
Сүп үләнле, батҡаҡлы,
Шайтан таяғы үҫһә лә,
Яратам мин Ҡыпсаҡты.
Күктимерле, Сатыртаулы,
Күсембәтле, Сусаҡлы –
Ошо тиклем гүзәл тауҙар
Тағы ҡайҙа бар әле?
Һөйләшемдән әсе телдәр
Көлһәләр ҡайһы саҡта,
Телем өсөн ҡалҡан булам
Мин үҙем иҫән саҡта.
Сит яҡтарға китмәнем мин
Ташлап тыуған тупраҡты.
Барыһынан да ҡәҙерле –
Яратам мин Ҡыпсаҡты!
Ата- бабам рухын һаҡлап,
Тотоп йола- ғәҙәтен,
Ауылымда ут һүнмәһен,
Ҡыпсаҡ мәңге йәшәһен!
Ҡыпсаҡ мәңге йәшәһен!

Инәйем һабаҡтары
Бөгөн төштә инәйемде күрҙем
Ап-аҡ яулыҡ бәйләй башыма.
Өгөт-нәсихәттәр әйтә-әйтә
Йылмая ла килә ҡаршыма.
“Яулығыңды баштан һалма, балам,
Иманһыҙҙа бәхет-ҡот булмаҫ.
Яулыҡһыҙға шайтан эйәләшә,
Шайтан, бәрей һиңә дуҫ булмаҫ.
Күршеләрҙең хәлен белешеп тор,
Һиңә килһә шыжлат сәйеңде.
Йома көндө биргән саҙаҡалар
Еңеләйтер минең хәлемде.
Өйөңдәге хәлде бер ҡасан да
Һин урамға сығып һөйләмә.
Ауыҙыңда ҡара ҡан булһа ла,
Кеше алдарында төкөрмә.
Аҡ намаҙлыҡ йәйәм алдарыңа
Аҡ яулығың һалам башыңа.
Аҡ яулыҡлы ил инәһе булып,
Аҡ нур бөркөп тор һин ҡаршымда...”
Берсә ҡыйын, ҡыуаныс та һымаҡ,
Инәй һине төштә күргәнгә,
Йөҙкәйеңде күреү — үҙе бәхет,
Тик төш кенә, юҡһың эргәмдә.
Ниҙер миңә әйткен килгән кеүек,
Эй ҡарайһың миңә йылмайып.
Өлгөрмәнем аңлап, уяндым да
Ултырамын хәҙер моңайып.

Тыуған ерҙә ысын тамаша
Сатыртауға ап-аҡ ҡарҙар яуа,
Матурлыҡҡа күҙҙәр ҡамаша.
Хайран ҡалам уның сафлығына —
Бына ҡайҙа ысын тамаша!
Аҡ шәлдәрен иңдәренә һалып,
Ҡарағайҙар, ҡайын, тирәктәр,
Олпат ҡына өҫтән ҡарап ҡала
Уйҙарында тик аҡ теләктәр.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас