Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Август 2024, 03:00

Икмәк

Йәш хужабикәләргә бик еңел генә рецепт (өлкәндәр былай ҙа беләлер).

ИкмәкИкмәк
Икмәк

500 г йылы һыу, бер ҡалаҡ ҡоро сүпрә, бер ҡалаҡ тоҙ, бер ҡалаҡ шәкәр, бер ҡалаҡ шыйыҡ май, биш стакан он алына.

Тәүҙә сүпрә, шәкәрҙе әҙерәк һыуҙа иретергә. Шунан ҡалған ингредиенттарҙы ҡушып, ҡамыр баҫырға. Ҡамырҙы ҡабартырға ҡуйырға. Артабан тағы бер аҙ баҫҡылап, ҡабартырға.

180 градус эҫелектәге духовкала бер сәғәттә бешә.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас