Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Август 2024, 08:34

Өфөлә БРИКС илдәренең VI Йәш дипломаттары форумы башланды

27-31 августа үтәсәк сара берекмәлә Рәсәй рәйеслегенең саралар планында ҡаралған.

Өфөлә БРИКС илдәренең VI Йәш дипломаттары форумы башландыӨфөлә БРИКС илдәренең VI Йәш дипломаттары форумы башланды
Өфөлә БРИКС илдәренең VI Йәш дипломаттары форумы башланды

Форумдың темаһы тип «Ғәҙел глобаль үҫеш һәм хәүефһеҙлек өсөн күп яҡлылыҡты нығытыуҙа йәштәр дипломатияһының роле" һайланған. Рәсәй Си ил эштәре министрлығының Йәш дипломаттар советы тарафынан "Росконгресс" фонды һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында ойошторолған сара Глобаль Көньяҡ илдәре һәм унда йәшәгән халыҡтар араһында йәштәр хеҙмәттәшлеген, дуҫлыҡты һәм ышанысты нығытыуға булышлыҡ итергә тейеш.

30-ҙан ашыу илдән килгән 110-ға яҡын делегатты бай эшлекле һәм мәҙәни программа көтә. Эш сессияларының төп темалары - БРИКС киңлегендә халыҡ-ара мәҙәни-гуманитар һәм йәштәр хеҙмәттәшлеге, донъя сәйәси һәм финанс-иҡтисади системаһында, глобаль хәүефһеҙлек архитектураһында һәм күп полярлыҡты формалаштырыуҙа берләшеү роле.

Сарала Рәсәй сит ил эштәре министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы етәкселеге, күренекле сәйәсмәндәр, иҡтисади эксперттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, БРИКС олимпиадалары һәм уйындары еңеүселәре менән осрашыу, шулай уҡ Рәсәйҙең уникаль тәбиғәт төбәгенең тарихы һәм мәҙәниәте менән танышыу ҡаралған.

Һуңғы көндә Рәсәй сит ил эштәре министрлығы йәш дипломаттар Советы инициативаһы буйынса ойошторолған Халыҡ-ара йәш дипломаттар ассоциацияһына яңы ағзалар ҡабул ителәсәк.

2017 йылда донъя дәүләттәренең тышҡы сәйәси ведомстволарының йәштәр активтары араһында үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү маҡсатында бөгөн үҙ составында 150-нән ашыу дипломат иҫәпләнә.

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас