Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Август 2024, 06:00

Водителдең ғүмере өҙөлгән...

Мәләүез районының дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре төнгө юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.

Водителдең ғүмере өҙөлгән...Водителдең ғүмере өҙөлгән...
Водителдең ғүмере өҙөлгән...

Ваҡиға бөгөн төнгө сәғәт өс тирәһендә Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 194-се километрында була. Стәрлетамаҡ районынан 50 йәшлек ир идара иткән "ГАЗель термобудка" һәм 57 йәшлек ир идара иткән "Ман" йөк машинаһы бәрелешә. Бәрелештән һуң "ГАЗель" янып китә. Авария һөҙөмтәһендә йөк машинаһы водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән бирә. "ГАЗель" водителе һәм уның 38 йәшлек пассажиры ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла (тәндәре бешкән). Был фажиғә буйынса тикшереү бара, ваҡиғаның сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана.

"Ман" йөк машинаһы водителенең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Стәрлетамаҡта ла бөгөн төндә фажиғәле хәл теркәлгән: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-08-27/yulda-yat-an-3900119

Иглин районындағы юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында мәғлүмәт: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-08-27/iglin-rayonynda-passazhir-avtobusy-atnashly-ynda-yul-transport-va-i-a-y-terk-lg-n-3900135

Фото: БР ДАИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас