Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Августа 2024, 07:00

Шундай трамвай ҙа була

Өфө урамдарында бик ҡыҙыҡлы маршрут ойошторола. 

Шундай трамвай ҙа булаШундай трамвай ҙа була
Шундай трамвай ҙа була

1 сентябрҙә баш ҡалала "Шиғри трамвай" йөрөйәсәк. Был мәҙәни акция Өфөнөң 450 йыллығына арнала.
"Шиғри трамвай" иртәнге сәғәт 11-ҙән төшкө 1-гәсә эшләй. Әҙәби маршрут Пушкин урамынан "Дәүләт циркы" туҡталышына тиклем һәм кире йүнәлештә йөрөй. Пассажирҙар үҙ юлын танылған артистар, шағирҙар, музыканттар менән бергә үтә. Ижади сюрприздар ҙа күҙалланған.

Акция Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм Ҡала транспорты инфраструктураһы идаралығы булышлығында ойошторола. Уның башланғысында билдәле шағир һәм музыкант Илья Боровский тора.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас