Венер ҒӘЛИМОВ 1963 йылдың 5 мартында Торонтайыш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағас, Казанка мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Артабан Казанка ауыл советы рәйесе, белгесе һәм райондың мәҙәниәт бүлеге методисы булып эшләй.
Тыуған яғым ҡышы
Аҡ күлдәкле ҡайындарым
Баҫҡан юлдар буйына.
Бына тағын ҡайтып киләм
Ап-аҡ ҡыштың туйына.
Аҡ бурандар уйнаттырып,
Их-х, сабалар аттарым.
Бигрәк матур, гүзәл шундай
Минең тыуған яҡтарым.
Шыршыларым биҙәнгәндәр
Ап-аҡ шәлгә төрөнөп.
Емелдәтеп ынйыларын,
Ҡаршы ала һөйөнөп.
Һаумы, тыуып үҫкән ауыл,
Һаумыһығыҙ, туғандар!
Һеҙҙе һағынып йөрәк, күңел
Йыр-моңдарға тулғандар.
Яҡты урам
Мин һағынам ауылымдың
Яҡты урамын.
Етәкләшеп әсәй менән
Атлап барамын.
Яҡты урам —тәүге аҙымдар,
Әсәйҙең наҙлы ҡулы.
Шул урамда башланған бит
Ғүмерҙең оҙон юлы.
Мин һағынам ауылымдың
Яҡты урамын.
Шул урамдан дуҫтар менән
Йырлап барамын.
Гармундарҙың сихри моңон
Һаман иҫкә аламын.
Яҡты урам —йәшлек йылдарым,
Ышаныслы дуҫтар ҡулы.
Шул дуҫлыҡҡа тоғро булып
Аға беҙҙең ғүмер юлы.
Мин һағынам ауылымдың
Яҡты урамын.
Нурлы урам, моңло урам,
Бәхет урамы.
Эйтегеҙсе, тормош юлдарында,
Бар донъяны гиҙеп сыҡҡанда ла,
Яҡтыраҡ һуң урам буламы?
Яҡшылыҡҡа ышан
Күңелеңде бер үк өшөтмә,
Йөрәгеңә кертмә һалҡындар.
Нисек кенә ауыр булғанда ла
Күкрәгеңдә янһын ялҡындар.
Тормош юлы бик тә ҡатмарлы,
Шатлыҡтары була, ҡайғыһы.
Бик ышанған яҡын кешеләрҙең
Һатлыҡйәндәр була ҡайһыһы.
Ышан һин, яҡшылыҡҡа ышан,
Өмөтөңдө өҙмә бер ҡасан.
Ниндәй генә төндәр булғанда ла
Яҡты таңдар һыҙлып атасаҡ.
Көнләшкәндең ҡара һүҙҙәрен
Һин тыңлама, хатта ишетмә.
Ҡаплаһа ла йәштәр күҙҙәреңде
Күңелеңде зинһар өшөтмә.
Ышан һин, яҡшылыҡҡа ышан,
Өмөтөңдө өҙмә бер ҡасан.
Ниндәй генә ара булмаһын
Тыуған яҡҡа юлдар буласаҡ.
Йәшәп булмай күңел өшөтөп
Боҙҙар ҡаплап типкән йөрәктә.
Яныр өсөн ғүмер йәшнәтеп
Ышанығыҙ изге теләккә.