Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Август 2024, 06:29

Иҫерек водителдәр тотола

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны ярҙамында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре иҫерек водителде тотҡан.

Иҫерек водителдәр тотолаИҫерек водителдәр тотола
Иҫерек водителдәр тотола

Көн элгәре Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына вайымһыҙ булмаған граждандан шылтыратыу килә, ул "Фольксваген Поло" автомобиле водителенең иҫерек булыуы тураһында хәбәр итә. Дежур хеҙмәткәр алған мәғлүмәт шунда уҡ территориаль полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырыла. Тиҙҙән автомобиль Рәсәй Эске эштәр идаралығының Өфө ҡалаһы буйынса дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан туҡтатыла. Руль артында 34 йәшлек ир була. Ул медицина тикшереүен үтеүҙән баш тарта. Полиция хеҙмәткәрҙәре иҫереклекте тикшереүҙән баш тартҡан өсөн РФ КоАП 12.26 статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ материал төҙөй. Машина штраф туҡталҡаһына оҙатылған.

Фото: БР ДАИ.

Иҫерек водителдәр тотола
Иҫерек водителдәр тотола
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас