Арпа бутҡаһының сәләмәтлек өсөн файҙаһы иҫ киткес ҙур. Унда A, D, E, PP витаминдары күп һәм B витаминының тулы төркөмө бар.
– A витамины күҙҙәргә файҙалы, шулай уҡ инфекциянан һаҡланыу өсөн кәрәк, Д витамины тештәрҙе һәм һөйәкте нығыта, Е витамины ҡартайыуҙан һаҡлай, А витамины төркөмө нервы системаһы эшмәкәрлеге, тиренең таҙалағы, сәстәрҙең матурлығы өсөн яуап бирә.
– Арпа бутҡаһында кальций, тимер, никель, марганец, баҡыр, молибден, кобальт, хром, йод, бром кеүек микроэлементтар һәм биологик актив матдәләр һәм бар. Әммә уның составындағы фосфор арпаны башҡа ярмаларҙан ике тапҡырға файҙалыраҡ итә. Фосфор мейе эшмәкәрлеге һәм матдәләр алмашыныу өсөн егнә түгел, спортсылар өсөн дә иң төп микроэлемент булып тора.
– Арпала күҙәнәклек бойҙайға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк.
Уның составындағы аҡһым да бойҙайҙағы аҡһымдан файҙалыраҡ.
– Был ярманың төнәтмәһе бик күп дауалау үеҙенсәлегенә эйә: йомшарта, ялҡынһыныуҙы, ауыртыуҙы баҫа, бәүел ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә. Арпа ярҙамында һөт биҙҙәре ауырыуҙарын дауалағандар, эс ҡатыуҙан, һимереүҙән, йүтәлдән һәм һалҡын тейеүҙән арынғандар.
– Аллергия менән яфаланыусыларға табиптар мотлаҡ арпа бутҡаһы ашарға тәҡдим итә.
– Унда бактерияларға ҡаршы тороусы матдә – гордецин бар. Ул тире ауырыуҙарын дауаларға ярҙам итә.
– Арпа бутаһын «матурлыҡ бутҡаһы» тип тә атарға мөмкин, сөнки уның составында коллагенды формалаштырыуҙа әүҙем ҡатнашыусы лизин бар. Билдәле булыуынса, коллаген тире һығылмалы һәм ныҡ итә, йыйырсыҡтар барлыҡҡа килеүҙе тотҡарлай.
Диетологтар артыҡ килограмдарҙан арынырға теләүселәргә тап арпа бутҡаһы ашарға кәңәш итә. Сөнки был туҡлыҡлы ризыҡ күҙәнәктәргә бай булыу сәбәпле, организмдан артыҡ токсиндарҙы һәм шлактарҙы сығарыуға булышлыҡ итеп, май ултырыуын тотҡарлай.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.