Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Август 2024, 04:27

Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү буйынса ҡайһы төбәк алда бара?

Әлбиттә, Башҡортостан! Кисә Калуга ҡалаһында уңайлы ҡала мөхите булдырыу тармағында Беренсе милли премия тапшырылды. Был ҡалала "Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү" Бөтә Рәсәй форумы үтте.

Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү буйынса ҡайһы төбәк алда бара?Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү буйынса ҡайһы төбәк алда бара?
Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү буйынса ҡайһы төбәк алда бара?
Беренсе милли премия алыусылар исемлегендә Башҡортостан да бар. Беҙҙең республика "Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү буйынса иң яҡшы төбәк" номинацияһында лауреат булды. 
Әйткәндәй, был сарала "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проектын биш йылда ғәмәлгә ашырыу буйынса эш һөҙөмтәләре баһаланды.
БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдереүенсә, быйыл конкурсҡа беҙҙән ете ғариза ебәрелгән. Бәләбәй, Нефтекама, Октябрьский, Учалы, Благовещен ҡалаларынан. "Һәр ваҡыт еңеүгә ышанабыҙ", - ти министр.
Әйткәндәй, биш проект уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулап, РФ Төҙөлөш министрлығының федераль гранттарына лайыҡ булған.
Түбәндәге проекттар - еңеүсе:

🌳 Учалы ҡалаһы, «Урал батыр юлы». Проект концепцияһы нигеҙенә «Урал батыр» эпосы һалынған. Бында ваҡиғалар зонаһын яңыртыу, спорт майҙансыҡтарын тулыландырыу һәм балалар өсөн уйын майҙансығын тулыһынса үҙгәртеү көтөлә.

🌳 Салауат ҡалаһы, «Салауат: өн аралаш ете төш». Проект дөйөм концепция менән берләштерелгән биләмәләрҙе, ҡалалағы йәмәғәт киңлектәрен, торлаҡ райондарҙы, мәҙәниәт һәм мәғариф объекттарын төҙөкләндереүҙе үҙ эсенә ала.

🌳 Нефтекама ҡалаһы, «Нефтекама: ваҡыт күсәре». Проекттың концепцияһы Ленин урамындағы аллеяны «ваҡыт күсәре» булараҡ интерпретациялай, унда ҡала үҫешенә бәйле барлыҡ темалар берләшәсәк.

🌳 Бәләбәй ҡалаһы, «Новаторҙар бульвары». Проект биләмәне тулыһынса үҙгәртеүҙе күҙ уңында тота. Уға ярашлы, бульвар һәм майҙан кеше тормошо һәм үҫеше метафораһын, шулай уҡ ҡаланың сәнәғәт тарихын һынландыра.

🌳 Благовещен ҡалаһы, «Воскресенск рәттәре». Проект тарихи ҡиммәттәр, визуаль образдар һаҡланған, халыҡтың ихтыяждары, шулай уҡ ҡаланың үҫеш йүнәлеше сағылдырылған уңайлы һәм заманса урам булдырыуҙы күҙ уңында тота.

📌 2019 йылдан Башҡортостандан конкурста ҡатнашыу өсөн 73 ғариза ебәрелгән, унда 34 проект еңеү яулаған. Республика конкурста еңеүсе проекттар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында Татарстан һәм Мәскәү өлкәһенән һуң 3-сө урынды биләй. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 4 миллиард һум йүнәлтелгән.

Фото: Министерство жилищно-коммунального хозяйства Республики Башкортостан.
 
 
Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү буйынса ҡайһы төбәк алда бара?
Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү буйынса ҡайһы төбәк алда бара?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас