Зөлфиә ҒӘЗИЕВА 1963 йылдың 7 ғинуарында Ҡорманай ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, Кшәнле ауылында татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
1 сентябрь иртәһе
Тулҡынланыу аша мин был көндө
Һағынып та көтөп аламын.
Әйтерһең дә үҙем тәүге тапҡыр
Мәктәпкә уҡырға барамын.
Ята- тора, түҙемһеҙлек менән
Ҡаршылайым иртә таңымды.
Япраҡ, алма еҫе, наҙлы елем
Хәтерләтә сабый сағымды.
Күңелемдә “Әлифба” китабы –
Һәр битен ҡәҙерләп асамын.
Белем асҡыстарын ҡыҫып тотоп,
Мәғрифәт юлына баҫамын.
Йылдар үтте. Тупланған белемде
Киләсәк быуынға өләштем.
Дан, дәрәжә өсөн эшләмәнем,
Йөҙ аҡлығы өсөн көрәштем.
...Ә ҡаршымда – аҡ таҫмалы ҡыҙсыҡ...
Баласағым, зинһар, китмәсе!..
Уҡытыусы... Бөйөк, изге һөнәр.
Беренсе сентябрь иртәһе...