2023 йылда Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөй ул һәм Әхмәт Дәүләтов исемендәге «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының медицина ротаһында хеҙмәт итә.
Уға тиклем тиклем Эльвира «Ашығыс медицина ярҙамы» хеҙмәтендә эшләй. Илдә махсус хәрби операция иғлан ителгәс, башҡорт табиптары бригадаһы менән бер нисә тапҡыр Красный Луч дауаханаһына эшкә бара. Бер нисә ошондай сменанан һуң һалдаттар янында хәрби операция бурысын үтәргә әҙер булыуын аңлай.
Уның әйтеүенсә, «Ашығыс ярҙам» фельдшерҙарын бер нәмә менән дә аптыратып һәм ҡурҡытып булмай. Айырма шунда ғына: хәрби хәрәкәт шарттарында хеҙмәт итергә переквалификация үтергә генә кәрәк. Был үҙенә күрә профессионализмды үҫтереү мөмкинлеге.
«Фронтта мин Башҡортостанда эшләгән эшемде башҡарҙым. Шарттар ғына үҙгәрҙе. Махсус хәрби операцияла яңы нәмәләргә өйрәндем, баһалап бөткөһөҙ тәжрибә тупланым, ул иһә миңә артабан үҙемдең һөнәрем буйынса үҫергә ярҙам итәсәк, – ти „Луна“. „Ашығыс ярҙам“ хеҙмәткәрҙәрен аптыратыу һәм ҡурҡытыу ауыр. Әлбиттә, ҡайҙа икәнлегемде аңлайым, көн дә хәрби машиналарҙы күрәм, пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы ишетәм, янымда хәрби кейемдәге һәм ҡораллы кешеләр, үҙем дә хәрби формала. Әммә яралы һалдаттарға ярҙам иткәндә беҙҙе уратып алған хәүеф онотола. Беҙҙең алда бер генә бурыс – кешеләрҙе ҡотҡарыу».
Эльвира янында ир-егеттәр араһынан да медиктар эшләй. Бынан тыш, башҡа төбәктәрҙән дә контрактсылар уларҙың сафын тулыландыра. Уның әйтеүенсә, хеҙмәттәштәре дуҫ һәм берҙәм эшләй, коллектив үҙенең эшен аныҡ һәм еренә еткереп башҡара.
«Беҙҙең өсөн иң төп награда — ауыртыуҙы еңеп аяҡҡа баҫҡан һәм хәрби иптәштәре янына яңынан баҫып, Еңеүҙе яҡынайтырға әҙер булған хәрбиҙәрҙең һүҙҙәре. Иң ҡурҡынысы – беҙҙең хәрбиҙәрҙең үлеүе. Минең өсөн бик ауыр мәл ул. Әммә бер ҡасан да үҙемә: «Етте, арыным, өйгә ҡайтҡым килә», – тип әйткәнем юҡ. Мин нимәгә барғанымды яҡшы беләм һәм аҙағына тиклем үҙ юлымды үтәсәкмен», – ти хәрбиҙәр юлын һайлаған ҡатын.
Фото:Башинформ.