Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Августа 2024, 07:25

Ветеринария клиникаһына дөрөҫ әҙерләнһәң, сәфәр һөҙөмтәле булыр

Башҡортостан Республикаһының Ветеринария буйынса дәүләт комитеты белгестәре һеҙҙең өсөн файҙалы кәңәштәр әҙерләне.

Ветеринария клиникаһына дөрөҫ әҙерләнһәң, сәфәр һөҙөмтәле булырВетеринария клиникаһына дөрөҫ әҙерләнһәң, сәфәр һөҙөмтәле булыр
Ветеринария клиникаһына дөрөҫ әҙерләнһәң, сәфәр һөҙөмтәле булыр

Мөмкин булһа, сиратта ултырмаҫ өсөн, алдан уҡ яҙылығыҙ.

- Клиника менән килешеү төҙөргә йәки уны ҡабатлап төҙөргә тура килһә, паспортығыҙҙы алығыҙ.

- Йорт хайуанының паспортын һәм башҡа медицина документтарын да алығыҙ – унда вакцинация һәм үткәрелгән ветеринар-иҫкәртеү саралары тураһында мәғлүмәт бар.

- Алдан уҡ йәнлектең ауырыу билдәләрен, тәртибендәге үҙгәрештәрҙе, шулай уҡ ветеринарға бирергә теләгән һорауҙарығыҙҙы яҙып алығыҙ.

- Уңайлы мөхит булдырыу өсөн үҙегеҙ менән тәм-том һәм йорт хайуанының яратҡан уйынсығын алығыҙ.

- ️ Бесәйҙе махсус ҡумтала йөрөтөргә кәрәк, ә бәләкәй һәм өйрәтелгән тоҡомдарҙан башҡа эттәр морондоҡта һәм сылбырҙа булырға тейеш. Бәләкәй йәнлектәрҙе һәм ҡоштарҙы ситлектә йөрөтөгөҙ.

- Әгәр йорт хайуаны хафалана икән, табип менән уны нисек тынысландырыу тураһында алдан һөйләшегеҙ.

- Дәүләт ветеринария станцияларының адрестары һәм бәйләнеш телефондары – ошонда: vk.cc/cda9R2.

Башҡортостан Дәүләт ветеринария хеҙмәтенең ҡыҙыу линияһы — 8 (800) 77-55-828.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас