Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Августа 2024, 14:30

Вандалдар матурлыҡты аңламай күрәһең....

Благовар районының Языково ауылында файҙаланыуға тапшырылып та өлгөрмәгән яр буйын емергәндәр.  

Вандалдар матурлыҡты аңламай күрәһең....Вандалдар матурлыҡты аңламай күрәһең....
Вандалдар матурлыҡты аңламай күрәһең....

Район үҙәгендәге быуа буйында ял итеү урыны булдырыу өсөн төҙөкләндереү эштәре барған: йәйәүлеләр өсөн тротуар һалынған, ял итеү өсөн скамейкалар ҡуйылған, һыу буйын күҙәтеү өсөн майҙан булдырылған. Ә кис көнө йөрөүселәргә уңайлы булһын өсөн яҡтыртҡыстар ҙа булған. Тик вандалдар бөгөн 47 яҡтыртҡыстың 20-һен емергән.

Файҙаланыуға тапшырылып та өлгөрмәгән майҙандың, төҙөүселәр ҡулы менән булдырылған матурлыҡтың кемдеңдер күңелендә шундай ҡара эштәргә дәрт биреүе ҡурҡыныс күренеш. Матурлыҡты аңламаған вандалдар район бюджетына күпме зыян килтереүен күҙ алдына килтерәме икән?

Әлеге ваҡытта хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәре енәйәтселәрҙең шәхесен асыҡлай.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас