Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Августа 2024, 16:30

Вәт табалар бит исемде!

Республикала яңы тыуған сабыйҙарға ҡушылған һирәк һәм популяр исемдәр билдәле булды.  

Вәт табалар бит исемде!Вәт табалар бит исемде!
Вәт табалар бит исемде!

Исемлекте ЗАГС реестрының мәғлүмәт порталы баҫтырған. Ҡыҙ балалар араһында иң һирәк исемдәр - Ева-Корнелия, Финә һәм Катарина. Ә ир сабыйҙарға Тристан һәм Ариз тип ҡушыусылар булған.

Популяр исемдәр үҙгәрмәй, һуңғы өс йылда улар бер үк тиерлек: ҡыҙҙар араһында - Әминә, Йәсминә, София, ә малайҙарҙа Әмир, Артем һәм Тимур.

ЗАГС хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ бер шатлыҡлы мәғлүмәтте лә билдәләгән: Ғаилә йылында айрылыулар һаны ла кәмегән.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас