Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Август , 09:39

“Цапля” бер түгел, ике хәрби наградаға лайыҡ булған!

Борай районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙ “Ҡыйыулыҡ өсөн” һәм ”Донбассты азат иткән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Ул ошо көндәрҙә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып киткән. Һәр бер яугирыбыҙ иҫән-һау кире әйләнеп ҡайтһын!

“Цапля” бер түгел, ике хәрби наградаға лайыҡ булған!
“Цапля” бер түгел, ике хәрби наградаға лайыҡ булған!

Борай егете, “Цапля” позывнойлы яугир, МХО биләмәһендә 2022 йылдан хеҙмәт итә. Уның наградаларға лайыҡ булыуы тураһында Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев телеграм-каналында яҙған.

“Һәр бер һалдатыбыҙ – ысын герой. Беҙ батыр, изге йөрәкле яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Уларҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ”. – тигән район етәксеһе.

Әйткәндәй, Рәсәй Президенты 1 августан 31 декабргә тиклем контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр 400 мең һум аҡса түләү тураһында указға ҡул ҡуйғайны. Беҙҙә иһә БР Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 10 июлдән бер тапҡыр бирелә торған аҡса күләме арттырылды. Хәҙер Башҡортостанда РФ Оборона министрлығы менән контракт килешеүе төҙөүселәргә дөйөм 1 205 000 һум аҡса түләнә.

Белешмә өсөн телефондар: 122 (Ситуация үҙәге), 8-347-248-29-31 (һайлау алыу пункты).

Фото: telegram-канал гл.адм. Бураевского р-на Рушана Гареева.

“Цапля” бер түгел, ике хәрби наградаға лайыҡ булған!
“Цапля” бер түгел, ике хәрби наградаға лайыҡ булған!
“Цапля” бер түгел, ике хәрби наградаға лайыҡ булған!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: