Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Август 2024, 04:52

Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөнөң икенсе этабы бара

Өфөлә "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса төҙөлгән Көнсығыш юлының икенсе этабында юл ситтәре, тауыштан һаҡлау экрандарының нигеҙе нығытыла.

Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөнөң икенсе этабы бараКөнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөнөң икенсе этабы бара
Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөнөң икенсе этабы бара
Юл ситтәрен нығытыу өсөн махсус биологик алым ҡулланыла. Ул йәшелләндереү өсөн дә ҡулай, ултыртылған күп йыллыҡ үлән ҡоролоҡҡа ла, ҡаты һыуыҡҡа ла бирешмәйәсәк, ти белгестәр.
Көнсығыш сығыу юлы - ҡатмарлы инженер объекты. Уның оҙонлоғо 13 км тәшкил итә, 1200 метры - туннель. Эстакадалы күперҙән дә үтергә кәрәк.
Фото: Минтранс РБ.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас