Һыу кимәленең тәүлек эсендә максималь күтәрелеүе түбәндә билдәләнә:
Нуриман районының Яман-Порт ауылында Ҡариҙел йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +68 см, ағымдағы кимәле 302 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 772 см;
Нуриман районының Красный Ключ ауылында Ҡариҙел йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +63 см, ағымдағы кимәле 302 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 637 см.
Республикалағы һыуһаҡлағыстар мониторингы дауам итә. Хәл контролдә!
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.