Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Август 2024, 18:00

Ауырғазы районының талантлы уҡытыусыһы Зөлфиә Сидорова ижады

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Ауырғазы районының талантлы уҡытыусыһы Зөлфиә Сидорова ижадыАуырғазы районының талантлы уҡытыусыһы Зөлфиә Сидорова ижады
Ауырғазы районының талантлы уҡытыусыһы Зөлфиә Сидорова ижады

Зөлфиә СИДОРОВА 1976 йылдың 14 майында Стәрлебаш районының Өсөгән- Әсән ауылында тыуған.Тәүҙә – Стәрлетамаҡ медицина училищеһын, аҙаҡтан Стәрлетамак дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай. 20 йылдан ашыу Талбазы ауылының 2-се мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Поэзия һәм проза жанрында әүҙем эшләй.

 

Талисман

Ғәфү ит һин, йәнем, мине

Һаҡламаным һүҙемде...

Мөхәббәтең һанға һуҡмай

Юғалттым шул үҙеңде.

Күңелең дә ғәфү итмәҫ

Көҙгә бәйле ғүмерем.

Япраҡ төҫлө гәрәбәле

Талисманда күңелем.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас