«Бер йыл элек Азат Шамил улы МХО-ла булғанда, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың беренсе класҡа барыусы балаларын мәктәпкә оҙатыуҙы ойоштороу инициативаһы менән сыҡҡайныҡ. Кемдәр бөгөн бында ултыра, зинһар ошо традицияны ҡабул итеп, изге эш эшләгеҙ», – тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров төбәктең мәғариф һәм фән министрына ошо мәсьәләне хәл итергә ҡушты.
Әйткәндәй, 2024 йылда Башҡортостанда 524 мең уҡыусы өсөн яңы уҡыу йылы башлана, шуларҙың 48 меңе – беренсе синыф уҡыусылары.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.