Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Августа 2024, 09:30

Сабый бала йәл

Иҫерек ир өс йәшлек малайҙы тапатҡан.  

Сабый бала йәлСабый бала йәл
Сабый бала йәл

Был фажиғә кисә кис, Йылайыр районының Юлдыбай ауылында теркәлгән. 55 йәшлек иҫерек ир эскән килеш МТЗ-80 тракторы менән идара иткәндә урамда уйнаған өс йәшлек баланы тапатҡан. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ирҙең йөрөтөү таныҡлығы булмаған. Шулай уҡ трактор ҙа иҫәпкә ҡуйылмаған.

Бәләкәй бала ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас