Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Август 2024, 11:00

Филармония артистары студенттарҙы сәләмләй

Осрашыу урыны: Совет майҙаны, ваҡыты - киске сәғәт 6-ла.  

Филармония артистары студенттарҙы сәләмләйФилармония артистары студенттарҙы сәләмләй
Филармония артистары студенттарҙы сәләмләй

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, баш ҡала студенттарына шәп концерт программаһын тәҡдим итә. 85-се ижад миҙгеленең иң яҡшы хиттары, популяр музыка, дәртле бейеүҙәр, уйын-көлкө менән барған тамашала интерактив уйындар, дискотека буласаҡ!

Сәхнәлә йәштәрҙең яратып тыңлаған талантлы артистары: Тимур Рамазанов, Айтуған Ғәйзуллин, Зөлхизә Илбәкова, Радмир Исмәғилов (Rody Dillon) һәм «Әйе» төркөмө сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙары: Заһир Иҫәнсурин, Искәндәр Ғәзизов, Салауат Мөхәмәтйәров, Рөстәм Шаһыбалов, Фәриҙә Ғаззалова, Светлана Атанғолова, Гөлнур Мансурова ла йырҙарын бүләк итәсәк.
Талантлы музыканттар Аурика Уршеева (саксофон), Венер Сәйфетдинов (ҡурай), мультиинструменталистар: Миңдеғәфүр Зәйнетдинов һәм Илнур Хәйруллиндың дәртле көй-моңдарына рәхәтләнеп бейеү форсаты ла булыр! Ә алып барыусылар Элмира Юлдашева һәм Зилиә Сәфиуллина студенттарға сессияларҙы уңышлы биреү серҙәрен асыр.
Концерттың режиссерҙары: Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Франгиза Илбәкова һәм Дилбәр Фәйзиева.
Яңы башланасаҡ яуаплы, тыңғыһыҙ уҡыу йылын шатланып, дәртләнеп, илһамланып башлағығыҙ килһә, 1 сентябрь Совет майҙанынжа үтәсәк "Йырла, бейе, студент!" концертына рәхим итегеҙ!

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас