Составында 3 вагон була. 12 кеше үҙ аллы эвакуациялана, зыян күреүселәр юҡ. Ут һүндереүселәр килгәнгә тиклем локомотив бригадаһы янғынды һүндерә. Электричка "Белое Озеро" станцияһына ебәрелгән. Пассажирҙар Өфө-Күмертау электричкаһында хәрәкәтен дауам итә. Поездар хәрәкәтендә тотҡарлыҡтар юҡ. Янғынды тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе үткәрә.
Фото: МЧС РБ.