Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Август 2024, 15:30

Кешене яҙмыш йөрөтә-1

Донъя иҫ китерлек ғәжәп һәм кеше ышанмаҫлыҡ мөғжизәләр менән тулы. Ошо бәйән ителәсәк тарих та иҫте китәрә, һәр хәлдә битараф ҡалдырмай. Уйҙырма кеүек тойолһа ла, был ысынбарлыҡта булған хәл-ваҡиғалар.

Кешене яҙмыш йөрөтә-1Кешене яҙмыш йөрөтә-1
Кешене яҙмыш йөрөтә-1

1943 йыл. Ворошиловград өлкәһе.

Донбасты фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан танк частәренең береһендә һуғыш алдынан ғына механизаторҙар курсын тамамлап, бер аҙ тракторҙа эшләп өлгөргән башҡорт егете Һибәтулла* ла була. Мыҡты кәүҙәле, уйсан ҡарашлы ауыл егете, танкының тоҫҡаусыһы, 1942 йылдан алып бер туҡтауһыҙ үлем хәүефе аҫтында йөрөһә лә, үҙенең имен ҡалырына, тыуған яғына ҡайтырына өмөтөн өҙмәй.

Уның менән бергә хеҙмәт иткән Степанға иһә бер ҡайҙа ла атлығырға ла кәрәкмәй - ул үҙенең тыуған ерендә. Ошо минең тәпәй баҫҡан ғәзиз төйәгем, бында һәр ағас, һәр ҡыуаҡ миңә таныш, яҡын, тип йөрәкһегән Степан фашистарҙың яуызлыҡтарына аҙым һайын шаһит булып, йән асыуы менән уларҙы дөмбәҫләй.

Аяуһыҙ бер алыш мәлендә дошман снаряды уларҙың танкыһына эләгеп, экипаж янған Т-34 эсенән саҡҡа сығып өлгөрә. Яраланған егеттәрҙе ялан госпиталенә оҙаталар.

Шунда Степан шәфҡәт туташы булып эшләгән туғаны Олеся менән күрешә лә инде. Ике туған һеңлеһен Һибәтулла менән таныштыра. Һуғыш ыҙаларын күп күргән зәңгәр күҙле, етен сәсле һылыу Һибәтулланы тәү ҡараштан арбай. Йәш ҡыҙ ҙа сабыр, сыҙамлы, бар ҡиәфәтенән ныҡлыҡ, көс бөркөлгән башҡорт егетенә битараф ҡала алмай. Бер-беренә магнит кеүек тартылған ике йәш йөрәк үлем тынын көн һайын, секунд һайын тойоп, һөйөргә һәм һөйөлөп ҡалырға ашҡына.

- Ә мин ауырға ҡалһам? – Олеся егеттең күҙенә тура ҡарай. Һибәтулла ҡарашын йәшермәй:

- Тимәк, һин - әсәй, мин - атай булырмын.

- Мин шаярмайым, Һибәт.

- Мин дә... Ир бала тыуһа – Ғәзим тип ҡушырһың.

- Ул нимәне аңлата?

- Бөйөк тигәнде.

- Ғәзим... – ҡыҙ, үҙе лә аңғармаҫтан, исемде тап-таҙа башҡортса әйтә лә, ҡыуаныстан көлөп ҡуя, – дөрөҫ әйттем бит?!

Һәм исемде онотоп ҡуймаҫҡа тырышҡандай, ҡат-ҡат ҡабатлай:

- Ғәзим... Ғә-зииим.... Ә ҡыҙ бала тыуһа?

- Ммм... Зәүрә. “Нурлы” тигәнде аңлата.

- Ғәзим, Зәүрә... Башҡорт теле бик матур, Һибәт, йырлап торғандай...

Һөйөү утында дөрләп янған Һибәтулла Олесяны Башҡортостанға алып ҡайтасаҡмын, тип хыяллана:

- Һуғыш бөтһөн генә, бергә ҡайтырбыҙ!

Тик Олеся, йәш булыуына ҡарамаҫтан, айыҡ аҡыл менән тормошҡа баға:

- Алда ғүмер әллә бар, әллә юҡ... Бергә була алмаҫбыҙ кеүек, Һибәт...

- Ҡалай ҙа булһа, онотма мине, Олеся!

- Онотмам...

Степан менән Һибәтулла төҙәлеп, үҙҙәренең часы артынан ҡуҙғала. Әллә нисә тапҡыр үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан, госпиталдән - госпиталгә, бер фронттан икенсеһенә эләккән дуҫтарҙың юлы һуңынан айырыла, бер-береһенең үлеме-тереме икәнен дә белмәйҙәр.

Дошманды ҡыйратып, Берлинғаса барып еткән Һибәтулла 1946 йылдың аҙағында ғына хеҙмәттән азат ителеп, тыуған яғына ҡайта ала. Һуғыш йылдарында тамам бөлгөнлөккә төшкән ауылының ниндәй аяныс хәлдә булыуын күреп, йөрәге әрнегән фронтовик бер көн дә ял итмәй, колхоз эшенә сыға, ауырлыҡтар йөгөн тартырға төптән егелә. Тормош мәшәҡәттәренә башкөлләй күмелеп, эшкә баҫылып, ҡатмарлы, ҡурҡыныс хәлдәрҙә лә бөгөлөп төшмәҫкә көс биргән, кәртәләрҙе йырып-еңеп сығырға дәрт өҫтәгән тәүге мөхәббәте Олесяның яҡты йөҙө, һомғол һыны айҙар, йылдар үткән һайын тоноҡлана барып, төш кеүек кенә тороп ҡала.

Һибәтулла үтә һөйкөмлө, уңған ҡыҙға өйләнә, бер-бер артлы балалары тыуа. Үҙенең шатлыҡ-ҡыуаныстары, ҡайғы-хәсрәттәре, көндәлек мәшәҡәттәре менән ябай крәҫтиән тормошон кисергән батыр фронтовик һуғыш йылдарын иҫләргә, башынан үткәндәрен һөйләргә яратмай, миҙалдарын да сыңлатып, тағып йөрөмәй. Һулҡылдап тәҡәтен ҡоротҡан, үҙәгенә үткән яраларына һылтанып ятмай, һәр көнө хеҙмәттә үтә. Ғүмерендә ул ни бары бер тапҡыр ғына яҡын ҡустыһына йөрәген яраларҙан бигерәк һыҙлатҡан, әрнеткән үкенесен, һағышын сисеп һала:

- Алыҫ Украинала бер ҡыҙҙы һөйҙөм йәш саҡта. Һин әллә нимәләр уйлама, тормошомдан бик тә ризамын. Ә шулай ҙа бер үкенес йөрәгемде өтә бит! Өтә генә...

Бөйөк Ватан һуғышында ла, тыныс тормошта ла фиҙаҡәрлек, батырлыҡ ҡылған фронтовик ниндәй үкенес йөрәген өткәнен, өйкәгәнен әйтмәйенсә гүр эйәһе була. Был - тик ысын ирҙәргә генә хас булған юғары мәҙәнилек, кешелеклек, ҡатын-ҡыҙға ҡарата тәрән ихтирам өлгөһө...

Ворошиловград өлкәһендә госпиталдә һөйөклө танкисын илап оҙатып тороп ҡалған Олесяның туғыҙ айҙан игеҙ балалар тапҡанын, вәғәҙәһенә тоғро ҡалып, кейәүгә сыҡмай, ғүмеренең ахырынаса уны - үҙенең Һибәтен - онотмағанын белмәй китеп бара яугир...

 

2023 йыл. Луганск өлкәһе (элекке Ворошиловград өлкәһе).

- Мин тере килеш ҡайта алмам инде, апай... – разведтөркөмдә йөрөгән Амур ауыр итеп көрһөндө. Шул көрһөнөү аша эсендәге ут-ялҡын тышҡа атылып сыҡтымы ни – телефоны ҡыҙып киткәндәй тойолдо. Уның төшөнкө тауышын ишетеп, ике туған апаһы Әлфиәнең йөрәге “жыу” итеп киткәндер әле. Бигерәк кеше йәнле, яҡындары өсөн өҙөлөп тора ул. Айырыуса Амур өсөн бөтөрөнә.

- Һин минең атайҙың исемен йөрөтәһең, һынатаһы булма, - тип уйынлы-ысынлы киҫәтә гелән. 

- Нимә өсөн килгәнмен мин был донъяға, апай? Үлеп-нитеп китһәм, минән бер ни ҙә ҡалмаясаҡ, - йоҡоһоҙ төндәр, туҡтауһыҙ алыштар арҡаһында арыу-талыуҙың сигенә еткән Амурҙың ҡапыл күңеле тулды, илағыһы килде.

- Кешене яҙмыш йөрөтә, ҡустым, һин тормоштоң ҡәҙерен белһен өсөн яуға эләккәнһеңдер, бынан тыш һәр кемдең үҙ миссияһы була бит, - апаһы аҡыллы уның, кәрәкле һүҙҙәрҙе таба белә, әле лә ихлас ҡына итеп Амурҙы йыуатты, - бына, Алла бирһә, һуғыш бөтөр, һин иҫән-һау әйләнеп ҡайтырһың, матур итеп донъя көтөрһөң. Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә тырыш. Беҙ бында һинең өсөн доғалар ҡылабыҙ, үҙең дә белгән доғаларыңды уҡып йөрө.

- Тере ҡалмаясаҡбыҙ, апай, отрядтың яртыһы ҡырылды...

- Бер нимәгә ҡарамаҫтан, өмөт менән йәшәр кәрәк, Амур! Ике олатай ҙа Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән ҡайтҡан. Ниндәй ҡот осҡос Сталинград һуғышы, Курск дуғаһы өсөн алыштарҙан имен сыҡҡан. Һин бит уларҙың ейәне! Бирешмә! Беҙ бында ҡыҙым менән олатайҙар тураһында презентация эшләнек, һиңә шуны ебәрермен. Олатайҙарыңа ҡара ла, көс ал!

- Миндә бит ябай телефон, презентацияны асып булмаҫ шул.

- Улайһа, мин һиңә скрин эшләп ебәрермен.

Әлфиә апаһы шул тиклем дә яуаплы кеше – һөйләшеп бөтөү менән фотолар килә лә башланы. Апаһы менән һөйләшкәндән һуң һәр ваҡыттағыса күңеленә йылы йүгерҙе Амурҙың: “Ә, бәлки, ысынлап та, тере ҡайтырмын?!”

Ошо һөйләшеүҙән һуң уларға задание бирелеп, бер аҙна разведкала йөрөнөләр. Көндөҙ ағастар, ҡыуаҡтар ҡуйынына һыйынып, артыҡ ҡымшанмай ҙа йәшеренеп ятып, юлды төндә генә дауам иткәстәре, сәфәрҙәре оҙаҡҡа һуҙылды, бер тәғәм ризыҡтары ҡалманы. Инде үҙҙәренекеләргә ҡайтып етер саҡта бер ҙур ғына ауылға һуғылып, икмәк-сало һатып алырға мәжбүр булдылар. Ауылды сығып, байтаҡ ара үткәс, шишмә янында привалға туҡтанылар. Амур бала саҡтан сусҡа итен һөйһөнмәй, шуға ла, үтә асығыуына ҡарамаҫтан, икмәк кенә көйшәне. Ашап алғас, юлды дауам иттеләр. Күп тә үтмәне егеттәр бер-бер артлы эстәрен тотоп йығылды, тәгәрәй-тәгәрәй ҡоҫа башланы. Амурҙың да йөрәге болғанды, эсе ныҡ ауыртты.

- Беҙҙе ағыуланылар, шайтан алғыры... Инде ҡайтып еттек, тигәндә... Сало ла, икмәк тә - шыр ағыу булған, – тиҙҙән отпускыға ҡайтам, тип дәртләнеп йөрөгән Антон Амурҙың күҙ алдында йән бирҙе. Артабан ни булғанын Амур аныҡ ҡына хәтерләмәй ҙә. Бер-беренә ярҙам итергә маташып, иптәштәренең йәнһеҙ кәүҙәләрен тәнтерәкләп һөйрәп, саҡҡа ҡайтып тәгәрәнеләр. Иҫенә килгәндә ике ҡарт бабай уларҙы, иҫән ҡалған бер нисә егетте, ашатырға маташа ине:

- Ашағыҙ, балаҡайҙар, ашағыҙ.

- Һеҙ беҙҙе үлтерергә йыйындығыҙмы? – асыулы һорарға теләне Амур, ләкин шеш теле йүнләп әйләнмәне, ғыр-ғыр килде. Ерҙә ятҡан килеш аҡтыҡ көсөн йыйып, елгә һелкенеп торған ҡарт бабайҙарға мылтығын тоҫҡаны.

- Уландар, беҙ һеҙҙең яҡлы, - бабайҙарҙың олорағы ҡалтыраған ике ҡулын күтәрә бирҙе, шунан ҡаҙандағы бутҡаны ашап күрһәтте. – Һеҙҙең яҡлы.

(Дауамы бар).

* - бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас