Евгений Светланов исемендәге РФ Дәүләт оркестрына, БР дәүләт академия симфоник оркестрына (икеһенә лә Дмитрий Крюков етәкселек итте) ҡушылып, яҡташтарыбыҙ Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар ҙа халыҡты ҡыуандырҙы. Билдәле пианист Денис Мацуев та килгәйне.
Халыҡты һәм артистарҙы Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сәләмләне. Әйткәндәй, был фестивалде үткәреү башланғысы менән БР Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһағайны. Әле бына сара икенсегә уҙа.
Фестиваль бөгөн дә дауам итә. Женисбек Пиязов сығыш яһаясаҡ, Артур Нәзиуллиндың оҫталығын күрергә, иешетергә була, ә сараны 24-ендә РФ Дәүләт оркестры ябасаҡ.
Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.