Авария көндөҙгө сәғәт 12-лә Р240 автомобиль юлының 97-се километрында була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Дәүләкән ҡалаһының 28 йәшлек кешеһе "Лада Приора" руле артында тәүҙә ҡаршыға килгән "УАЗ"ға ҡабырғаһы менән бәрелеп, шунан һуң ҡаршыға килгән "Лада Грант" менән бәрелешә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе "Гранта" водителе, 54 йәшлек ҡатын, алған йәрәхәттәрҙән йән бирә.
Уның яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
"Приора" водителе дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй.
Фото: БР ДАИ.