Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Август , 09:15

Етем балалар фатирлы булды!

Ҡариҙел районы үҙәгендә өс етем йәш кешегә яңы фатир асҡыстары тапшырылды. Торлаҡ махсус найм килешеүе менән бирелде, биш йылдан кеше уны үҙ мөлкәте итеп теркәтә ала, тип хәбәр итәләр район хакимиәтенән.

Етем балалар фатирлы булды!
Етем балалар фатирлы булды!

"Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты маҡсаттарына тура килә был изге эш - етемдәрҙе торлаҡлы итеү. Фатир асҡыстарын Александра Запивалова, Ильвина Миңлеәхмәтова һәм Илнур Хәтмуллин алған. Дәүләт яҡлауһыҙ ҡалған граждандарҙы бәлиғ булғас та хәстәрләй һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итә.

"Хәҙер үҙебеҙҙең фатир булыуына бик шатбыҙ", - ти асҡыс алыусылар. Уларҙың ҡайһы берҙәре инде үҙе ғаиләле, балалар үҫтерә.

Фото: Администрация МР Караидельский район РБ.

Етем балалар фатирлы булды!
Етем балалар фатирлы булды!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: