Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Августа 2024, 18:00

Ауырғазы районының талантлы педагогы Зифа Нагаева ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауырғазы районының талантлы педагогы Зифа Нагаева ижадынан бер шәлкемАуырғазы районының талантлы педагогы Зифа Нагаева ижадынан бер шәлкем
Ауырғазы районының талантлы педагогы Зифа Нагаева ижадынан бер шәлкем

Зифа НАГАЕВА 1956 йылдың 1 мартында Иҫке Итекәй ауылында тыуған. 2-се Өфө педагогия училищеһын тамамлағас, хеҙмәт юлын тыуған яҡтарында башлай: балалар баҡсаһында, мәктәптә уҡыта. 1988 –1991 йылдарҙа Талбазы музыка мәктәбе директоры булып эшләй. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Артабан хеҙмәт юлын радиожурналист булараҡ дауам итә. Йырсы, композитор, шағирә. Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының халыҡ артисы, Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты.

Ауырғазы һыуҙары
Ауырғазы һыуҙарының
Ярҙары күләгәле.
Ярындағы еләк еҫен
Һаман да һиҙәм әле.
Ауырғазы һыуҙарының
Талынан ысыҡ тама.
Ағымылай уҙған йәшлек
Көндән- көн алыҫая.
Ауырғазы һыуҙарында
Йөҙҙөрҙөм уйҙарымды.
Ҡамыштары һаҡлай серен
Бала саҡ йылдарымдың.

Һинең өсөн
Бәхет тинем, бәхет теләнем,
Кемдәр белмәй бәхет кәрәген.
Йөрәгемде шәлгә урап,
Һағыш йырҙарымды йырлап,
Бурандарҙа яңғыҙ киләм мин.
Үтелгәндәр инде үтелгән,
Ярты ғүмерем һинһеҙ үтелгән.
Үҙем өсөн әрней күңел,
Һин дә бит бәхетле түгел —
Кәмдәр булғанбыҙ һуң беҙ кемдән.
Бурандарға ҡаршы барамын,
Һине бар(ы)бер эҙләп табырмын.
Ғүмерем булып етһә көсөм
Үҙем түгел, һинең өсөн
Яҡты йондоҙ булып янырмын.

Һиңә гөлдәр өҙәһе бар
Йәйҙәр еткәс баҡсаларҙа
Һиңә гөлдәр өҙәһем бар,
Һиңә ҡалдырған ялҡындарҙа
Янаһым бар, көйәһем бар.
Башҡаларҙан урлап ҡына
Һиңә йондоҙ һайлайһым бар,
Бергә саҡтың минуттарҙың
Көн дә бер ҡат барлайһым бар.
Һеҙҙең яҡҡа ҡай яҡтарҙан
Иҫә елдәр, беләһем бар.
Яндарыңа ултырып алып
Хәсрәтемде түгәһем бар.
Күрешеүҙәр бер төш кенә —
Ҡауышыуҙар көтәһе юҡ.
Шулай булғас ғүмер буйы
Һағынып та бөтәһе юҡ.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова