Һаулыҡ һаҡлау министрлығы талаптарына ярашлы, автомобиль аптечкаһында:
- бер тапҡыр ҡулланыла торған 2 медицина битлеге;
- кәм тигәндә М үлсәмле 2 пар медицина бирсәткәһе;
- яһалма тын алдырыу өсөн 2 ҡоролма;
- ҡан ағыуын туҡтатыу өсөн жгут;
- 5 м х 10 см ҙурлығындағы 3 бинт. Уларҙы 2 м х 10 см ҙурлығындағы һығылмалы бинттарға алмаштырырға мөмкин;
- 7 м х 14 см ҙурлығындағы 3 бинт. Уларҙы шулай уҡ һығылмалы бинттарға алмаштырырға мөмкин, әммә улар 2 м х 14 см ҙурлығында булырға тейеш;
- 16 х 13 см ҙурлығындағы 2 стериль медицина салфеткаһы төргәге;
- рулонлы лейкопластырь;
- 160 х 210 см ҙурлығындағы ҡотҡарыу япмаһы;
- ҡайсы;
- беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса күрһәтмә;
- блокнот һәм ҡәләм булырға тейеш.
Әгәр 2021 йылғы өлгөләге аптечкағыҙ булһа, уны ҡалдыра алаһығыҙ, әммә уны етмәгән әйберҙәр менән тулыландырырға кәрәк булыр.
Элек сығарылған автомобиль аптечкалары эсендәге әйберҙәрҙең яраҡлылыҡ ваҡыты тамамланғансы һәм 2027 йылдың 1 сентябренә тиклем ҡулланыла ала.
➡ Ғәҙәттә, автомобиль аптечкаларының яраҡлылыҡ ваҡыты кейстың үҙендә билдәләп ҡуйыла. Шулай уҡ ярты йылға бер тапҡыр аптечкалағы һәр препараттың яраҡлылыҡ ваҡытын тикшереү мөһим.
Шулай уҡ өйөгөҙҙәге аптечканан стандарт дарыуҙар йыйылмаһын — антисептиктар, ауыртыуҙы баҫа торған, температураны төшөрөүсе, автомобиль йөрөткәндә тыйылмаған антигистамин дарыуҙар, шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк юлы, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы препараттары һәм һыуытыу пакеттары өҫтәй алаһығыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан