Ултырышта шулай уҡ БР буйынса ЭЭМ-ның Миграция мәсьәләләре идаралығы һәм экстремизмға ҡаршы тороу үҙәге бүлексәләренең етәкселәре, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, БР Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессиональ мөнәсәбәттәр буйынса совет вәкилдәре, “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” ойошмаһының республика бүлексәләре, БР Фәндәр академияһының стратегик тикшеренеүҙәр институты белгестәре ҡатнашты.
Көн тәртибендә – эксперт комиссияһы эшен ойоштороу. Комиссия рәйесе, БР Мәҙәниәт министрлығының гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов белдереүенсә, яңы коллегиаль орган Башҡортостанда дәүләт милли сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуҙы тәьмин итеүгә булышлыҡ маҡсатында ойошторолған.
Фото: cgi-rb.ru