Был төр ярҙамды алыуға МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары хоҡуҡлы. Кредит булған банкка йәки микрофинанс ойошмаһына мөрәжәғәт итергә. Улар ниндәй документтар килтерергә кәрәклеген әйтә.
“Кредит каникулдары” заемщикка кредит йә займ буйынса түләүҙе ваҡытлыса кисектереү тороу мөмкинлеген бирә. Закон буйынса критерийҙарға тура килгән бурыслыға кредитор (банк, МФО, КПК, СКПК, ломбард) каникул биреүҙән баш тартырға тейеш түгел. Йәғни, быға уның хоҡуғы юҡ. Ентеклерәк яуаптар РФ Үҙәк банкының сайтында яҙылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда РФ Оборона министрлығы менән контракт хеҙмәте тураһында килешеү төҙөүселәргә бер тапҡыр 1 205 000 һум аҡса түләнә.