Һыу кимәленең тәүлек эсендә максималь күтәрелеүе түбәндә билдәләнә:
Белорет районы Ломовка ауылы янында Ағиҙел йылғаһында - тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +45 см, ағымдағы кимәле 184 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығышы 260 см;
Белорет районы Асы ауылы янында Инйәр йылғаһында - тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +35 см, ағымдағы кимәле 174 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығышы 369 см;
Нуриман районы Яман-Порт ауылы янында Өфө йылғаһында - тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы + 27 см, ағымдағы кимәле 236 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 772 см.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, республикалағы һыуһаҡлағыстарҙың мониторингы дауам итә, хәл контролдә, тип тынысландыра. Беҙ ҙә яҡшыға ышанабыҙ һәр саҡ. Көн яманы үтә ул!
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.