Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Август 2024, 03:00

Ҡабаҡ, әфлисун һәм лимондан тәмлекәс

Ҡабаҡтарығыҙ уңдымы? Унан бер ризыҡ яһап ҡарағыҙ. Ҡайнатырға ла, бешерергә лә, ҡыҙҙырырға ла кәрәкмәй.

Ҡабаҡ, әфлисун һәм лимондан тәмлекәсҠабаҡ, әфлисун һәм лимондан тәмлекәс
Ҡабаҡ, әфлисун һәм лимондан тәмлекәс

Уртаса ҙурлыҡтағы бер ҡабаҡ, бер лимон, бер әфлисун һәм 0,5 йәки бер кило шәкәр (үҙегеҙ самалағыҙ, кемдер татлыраҡ ярата) кәрәгә.

Ҡабаҡ (шаҡмаҡлап туралған), әфлисун һәм лимонды ит турағыстан үткәрергә лә, шәкәр ҡушып бутарға ғына. Кемдер – пластик һауытҡа, кемдер полиэтиленға һала. Тәмле массаны туңдырғыста һаҡлайҙар. Тиҙ генә ашап бөтөргә лә була)))

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас