Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Август 2024, 13:30

Өҫтән туҡтауһыҙ ҡоя, ә кешеләр һаманғаса һыу инә!

Бөгөн профилактик рейд барышында Дүртөйлө ҡалаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары Ағиҙел йылғаһында бакенға йәбешеп торған ике егетте күреп ҡала.

Өҫтән туҡтауһыҙ ҡоя, ә кешеләр һаманғаса һыу инә!Өҫтән туҡтауһыҙ ҡоя, ә кешеләр һаманғаса һыу инә!
Өҫтән туҡтауһыҙ ҡоя, ә кешеләр һаманғаса һыу инә!

2001 һәм 1999 йылғы йәштәр йылға аша йөҙөп сығырға ниәтләй, әммә ярты юлда хәлдәре бөтә. Ҡотҡарыусылар оператив рәүештә улар янына килә һәм егеттәрҙе ярға тиклем эвакуациялай.

Хөрмәтле граждандар! Һыуҙа фажиғәләрҙе иҫкәртеү маҡсатында төп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш ителә:

- ойошторолған пляждарҙа ғына йөҙөгөҙ;

- таныш булмаған урындарҙа һыу инмәгеҙ;

- буектар артына йөҙмәгеҙ;

- судно юлына сыҡмағыҙ һәм судноларға яҡын бармағыҙ;

- һыуҙа батырышып уйнамағыҙ;

- эскән килеш һыу инмәгеҙ.

Һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу бәхетһеҙ осраҡтарға һәм үлемгә килтерә, шуны онотмағыҙ! Һаҡ булығыҙ!

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001799078240

Өҫтән туҡтауһыҙ ҡоя, ә кешеләр һаманғаса һыу инә!
Өҫтән туҡтауһыҙ ҡоя, ә кешеләр һаманғаса һыу инә!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас