Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Август , 17:30

Нисек унда эләккәндер...

Кисә Өфөлә бер ир ҡойманың ике тимере араһына ҡыҫылып, сыға алмай ыҙалап торған.

Нисек унда эләккәндер...
Нисек унда эләккәндер...

Уның тураһында ашығыс хеҙмәттәргә шаһиттар хәбәр итә.

Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары гидравлик инструмент ярҙамында ирҙе азат итә. 

- Нисек унда эләктегеҙ?! - тигән һорауға 1963 йылғы ир яуап бирә, аңлата алмай:

- Әллә...

Фото: Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: