Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Август 2024, 17:30

"Фатирығыҙ һеҙҙеке түгел!"

Был ҡот осҡос яңылыҡ менән дәүләт органдарының ялған хеҙмәткәре Өфөлә йәшәгән пенсионер ҡатындың ҡотон ала.

"Фатирығыҙ һеҙҙеке түгел!""Фатирығыҙ һеҙҙеке түгел!"
"Фатирығыҙ һеҙҙеке түгел!"

Ҡатын уға ышана, сөнки 2005 йылда ул үҙенең фатирын үлгән ата-әсәһенән мираҫ итеп ала, һәм, шылтыратыусы әйтеүенсә, мираҫ итеп алынған фатирҙар нотариустар менән килешеп эш иткән мутлашыусыларҙың маҡсаты булып тора. Шулай итеп, пенсионер ҡатын мираҫҡа инеүҙең законлылығына шикләнә, ә әңгәмәсе уға енәйәтселәрҙе енәйәт ҡылған саҡта тотоу өсөн күсемһеҙ милекте "фиктив" һатыу буйынса оператив сарала ҡатнашырға тәҡдим итә.

Пенсионер үҙенең фатирын дүрт миллион һумға риелторҙарға һата, аҡсаны мутлашыусыларҙың "хәүефһеҙ" иҫәптәренә күсерә. Һәм торлаҡһыҙ тороп ҡала...

Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, дәүләт органдары оператив сараларҙы телефон аша үткәрмәй! - тип иҫкәртә "Мошки" телеграм-каналы.

Фото: "Мошки" телеграм-каналы.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас