Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Августа 2024, 10:00

"Өфө - Сибай автобусына ултырырға саҡырабыҙ!"

24 августа яңы автобус маршруты асыла.

"Өфө - Сибай автобусына ултырырға саҡырабыҙ!""Өфө - Сибай автобусына ултырырға саҡырабыҙ!"
"Өфө - Сибай автобусына ултырырға саҡырабыҙ!"

176-сы маршрут буйынса Өфө менән Сибай араһында автобус йөрөй башлай, тип хәбәр итәләр «Башавтотранс» предприятиеһынан. Рейстарҙы Сибай АТП-һы башҡара.

Автобус Сибай автовокзалынан йома һәм йәкшәмбелә иртәнге сәғәт 11-ҙә ҡуҙғала, ә Өфөнән - шәмбе һәм дүшәмбелә төшкө сәғәт 12-лә. Баш ҡаланың Үҙәк баҙар туҡталышы янында 12.15 сәғәттә туҡтай, пассажирҙарға шунда ултырырға ла була. Автобус юлда 7 сәғәт 20 минут була. 

Сибайҙан Баймаҡ, Темәс, Сермән, Инйәр аша үтә. 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас