Алданған ҡатындар кредит алып, "Audi A6", "Toyota Camry", "Hyundai i40", "Kia Rio" маркалы биш сит ил автомобиле һатып ала һәм уларҙы документтар, асҡыстар менән бергә енәйәтсегә тапшыра.
Тәүге бер нисә айҙа ғәйепләнеүсе үҙ йөкләмәләрен үтәй, ә һуңынан машиналарҙы башҡа кешеләргә һатып ебәрә. Хоҡуҡҡа ҡаршы ғәмәлдәр һөҙөмтәһендә зыян күреүселәргә дөйөм суммаһы 5,7 миллион һумдан ашыу зыян килтерелгән. Хөкөм ителеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таный. Суд уға дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 4 йыл иркенән мәхрүм итеү, шулай уҡ зыян суммаһын түләтеү рәүешендә яза тәғәйенләй. Хөкөм ҡарары әле закон көсөнә инмәгән. Был турала БР Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.