Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Август 2024, 06:00

Бөгөн — Шағирҙар көнө

#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Бөгөн — Шағирҙар көнөБөгөн — Шағирҙар көнө
Бөгөн — Шағирҙар көнө

ШАҒИРҒА БАҒЫШЛАНҒАН ШИҒЫРҘАР

 ТАНТАНА
Бер осоңдан һинең балың тамһа,
Бер осоңдан ниңә ҡан тама?..
Р. Ғарипов
Күңел байрам һорай.
Бер өйрәнгәс,
Ниәтем юҡ унан йәшенер.
Ҡәләм-ҡағыҙ алып, төнгә керәм,
Яҙалмаһам, Ғаләм ишелер!..
Яҙалмаһам, Ерҙең әйләнеүҙән
Туҡтап ҡуймаһын тим, күсәре...
Йөрәк ярып сыҡҡан уйҙың, һүҙҙең
Йыһан кимәлендә үлсәме!
Бына шуға шағир Ер-Күктәрҙең
Ете ҡатын тойоп түгелә.
Йәнгенәһе - ҡәләм остарында...
Шул яҙмышы өсөн бурыслы ла,
Рәхмәтле лә Шағир Күгенә.
Шул ғазапты татыр өсөн генә,
Төндө көтә күпме шағирҙар!
Шағирҙарҙың йәнен ҡырҡҡа бөгөп,
Тетеп-тунап тыуа шиғырҙар!
Күңел шунан ләззәт таба бына,
Күңел шунан таба тантана!
Бер осоңдан, ҡәләм, бал тама ла,
Бер осоңдан ниңә ҡан тама?..
Уяттыммы, Шағир?
Йөрәгеңдең
Тынын тоям ошо һүҙҙәрҙә.
Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡоштар һүҙ башланы,
Ысыҡ ҡатыш ҡояш – күҙҙәрҙә...
Таңда күргән төшмө?
Һаташыумы?
Һағыммы был?
Байрам?
Тантана?
Ҡәләмеңдән, шағир, аһ, бал түгел,
Тантаналар өсөн... ҡан тама.
Ғәлиә Кәлимуллина

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас