Эльверт ХӘМӘТШИН 1951 йылдың 1 апрелендә Дүртөйлө районының Иҫке Солтанбәк ауылында тыуған. Краснодар ҡалаһыда Кубан дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Оҙаҡ йылдар Ауырғазы районының Степановка мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 2011 йылдан хаҡлы ялда. Яҙыусылар союзы ағзаһы, дүрт йыйынтыҡ авторы.
Гармун алам
Гармун алам, моңға һалам
Һәр кис таныштарымды.
Гармун илай, көйләп һөйләй
Минең һағыштарымды.
Илай гармун, мин уйлайым
Ситтә уҙған ғүмерҙе.
Уйҙар ҡатыш баҫа һағыш
Өҙгәләнгән күңелде.
Һәр кис һайын гармун моңон
Үрәм һағыштарыма.
Тыуған ерҙең йәмен төрәм
Гармуным тауышына.
Әсе һағыш... Һары һағыш...
Күҙ йәше бөртөктәре...
Таныштар ҙа шул уҡ уйҙа –
Йәшләнгән керпектәре...
Донъя йөгө
Донъя йөгөн иңдәремдә йөрөтәм,
Ниндәй генә елдәр иҫһә лә.
Арығанда ағас ышығында
Хәл йыйырға тура килһә лә.
Башҡаларға һиҙҙермәҫкә теләйем
Ауырлығын донъя йөгөнөң.
Йөрәк тамырына бәйләп тартам
Мин остарын өмөт ебенең.
Мохтаждар күп минең ярҙамыма,
Эштәр һанһыҙ шуға эшләйһе.
Кешеләргә шатлыҡ бүләк итеп,
Файҙа биреп килә йәшәйһе.
Донья йөгө ауырлығы менән
Эҙе ҡала ерҙә кешенең.
Ергә һеңгән эҙҙәр күрһәтәләр
Бөйөклөгөн ҡылған эшенең.
Уйҙарымда ҡайтам
Уйҙарымда ҡайтам йәшлегемә,
Йәшел сиҙәм — йәшлек юлдарым.
Һинһеҙ, минһеҙ етемләнеп ҡалған
Бергә йөрөгән шишмә буйҙары.
Уйҙарымда ҡайтам йәшлегемә,
Һағындырған дуҫтар янына.
Уйҙарымда аҙашамын, инеп
Мөхәббәттең һүнмәҫ утына.
Уйҙарымда ҡайтам йәшлегемә,
Уҙам парлап йөрөгән һуҡмаҡтан.
Шишмә юлдарында ике күҙем —
Һин сығырһың кеүек ул яҡтан.
Йәшлегемдә һаман йәшәйем мин,
Уйҙарымдан бер ҙә айнымай.
Ғүмерҙәр ҙә шул йәшлеккә оҡшаш —
Башҡа сихри миҙгел бармы ни?