Хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараһы «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә төбәк бюджетынан финанслау ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Забелин һүҙҙәренсә, Башҡортостан яғынан өҫтәмә финанслау тәү сиратта яугирҙәрҙең ғаиләләрен түләү менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә. 2024 йылда ошо маҡсатҡа 37 миллион һум ҡаралған. Ярҙам башлыса ауыл ерендә йәшәүселәргә йүнәлтелгән, шуға күрә программаны Ауыл хужалығы министрлығы бойомға ашыра.
«Быйыл бындай социаль түләүҙе Башҡортостандың 11 районынан 14 хәрбиҙең ғаиләһе алырға хоҡуҡлы. Уның күләме торлаҡ хаҡынан 70% тәшкил итә. Ҡалған 30% программала ҡатнашыусы үҙе түләй. Был аҡсаны йорт төҙөгәндә, шулай уҡ әҙер торлаҡ һатып алғанда ҡулланырға мөмкин. Төп шарт — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы йәки уның ғаилә ағзаһы «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһында ҡатнашырға тейеш. Икенсе төрлө әйткәндә, программа сиктәрендә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләгән граждандарҙың дөйөм исемлегендә торорға кәрәк», - тип яҙҙы Максим Забелин үҙенең телеграм-каналында.
2023 йыл йомғаҡтары буйынса шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 14 ғаиләһе йорт һалыу өсөн аҡсаалған.