Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Августа 2024, 09:18

Социологтар Башҡортостан Башлығына кандидаттар рейтингын асыҡлаған

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге белгестәре 6, 7 һәм 8 сентябрҙә үтәсәк һайлауҙар тураһында халыҡтың хәбәрҙар булыуын белешеү өсөн һорашыуҙар ойошторған.

Социологтар Башҡортостан Башлығына кандидаттар рейтингын асыҡлағанСоциологтар Башҡортостан Башлығына кандидаттар рейтингын асыҡлаған
Социологтар Башҡортостан Башлығына кандидаттар рейтингын асыҡлаған

Тауыш биреүгә ай ҡала тигәндә, халыҡтың 78 проценты һайлау буласағын белгән. 64 проценты, мотлаҡ барасағын әйткән. Электораттың 18 проценты әле ҡарар итмәгән, ә 16 проценты һайлауҙа ҡатнашмаясаҡ.

БР Башлығына кандидаттарҙың шәхсән таныулы булыуына килгәндә, Радий Хәбировтың күрһәткесе - 97,4 процент. ЛДПР-ҙан Иван Сухаревтың - 23,7, "Ғәҙел Рәсәй"ҙән Владимир Нагорныйҙың - 19,6, "Яңы кешеләр" партияһынан Илшат Тимерйәновтың - 16,8, КПРФ-тан Артур Шәйнуровтың 16,4 процент.

Ҡайһы кандидат өсөн тауыш биреү буйынса һорауға яуаптар шулайыраҡ: Радий Хәбировҡа - 78 процент, Владимир Нагорныйға - 3, Иван Сухаревҡа - 4, Илшат Тимерйәновҡа - 6,5, Артур Шәйнуровҡа 8,5 процент.

Социологик тикшеренеү БР Мәҙәниәт министрлығының гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге башланғысы менән быйыл 3 - 11 августа үткәрелгән. Унда төрлө төбәктән, төрлө йәштәге 1001 кеше ҡатнашҡан. һайлап алыу күп кимәлле, территориаль, квоталы, 18 йәштән өлкәндәр ҡатнашҡан, ауыл һәм ҡала ерендәгеләр алынған. Хата +-4 проценттан артмай. Тикшеренеү алымы - урамда портатив компьютер ҡоролмалары ярҙамында һорашыу.

Һорауҙар шундай ине: "Башҡортостан Башлығы вазифаһына түбәндәге кандидаттарҙы беләһегеҙме?", "Быйыл 8 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһына ҡайһы кандидат өсөн тауыш бирергә уйлайһығыҙ?"

Политолог Сергей Лаврентьев "Башинформ" агентлығына белдереүенсә, Радий Хәбировҡа тауыш бирергә теләүселәр уның етәкселек итеүендә республикала үҫеш өсөн күп нәмә үҙгәргәнен билдәләй, инвестициялар килеүен, МХО-лағы егеттәргә ярҙамды, ҡалаларҙың матурланыуын телгә ала. Лаврентьев фекеренсә, һәр кандидаттың айырым потенциалы бар:

- Владимир Нагорныйҙың, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты булараҡ, үҙ һайлаусылары бар, беҙҙә шулай уҡ Артур Шәйнуровты хупларлыҡ коммунистик идеялар яҡлылар ҙа бар. Илшат Тимерйәновты күрһәткән "Яңы кешеләр"партияһы ҡыҙыҡлы, үҫеүсе партия, Иван Сухарев РФ Дәүләт Думаһы депутаты, республикала билдәле кеше.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас