Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Августа 2024, 18:00

Ауырғазы районының талантлы уҡытыусыһы Айнур Үтәев ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Ауырғазы районының талантлы уҡытыусыһы Айнур Үтәев ижадынан бер шәлкемАуырғазы районының талантлы уҡытыусыһы Айнур Үтәев ижадынан бер шәлкем
Ауырғазы районының талантлы уҡытыусыһы Айнур Үтәев ижадынан бер шәлкем

Айнур ҮТӘЕВ 1985 йылдың 8 февралендә Үтәймулла ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ педагогия институтын һәм аспирантураһын тамамлай. Оҙаҡ йылдар үҙе белем алған уҡыу йортонда студенттарға белем бирә. Әлеге ваҡытта “Булат” тарихи реконструкция һәм этномәҙәни үҫеш үҙәгендә эшләй. Филология фәндәре кандидаты, ике китап авторы.

Һөйөү көйө
Сиңерткә сыр- сыу килә,
Ҡыл сиртеүҙән туҡтамай.
Арымайса, талмайса
Кемде генә маҡтамай.
Йәштәр, сыңлаған көйгә,
Ләззәтләнә һәр кисен.
Асалар бер- береһенә
Бар һөйөүен, уй- хисен.
Йырсы сиңерткә аса
Күңелебеҙ ишеген.
Бәүелтәлер ул беҙҙең
Һөйөүебеҙ бишеген.

Мөхәббәт молекулаһы
Беҙ, әйтерһең, ике атом:
Яҡынайһаҡ — ҡаҡлығабыҙ,
Йырағайһаҡ — тартылабыҙ,
Йәнә ситкә атлығабыҙ,
Йәшәйбеҙ тынғылыҡ белмәй
Мәңге сыуалыш — хәрәкәттә.
Ҡыйын да һымаҡ үҙе, рәхәт тә.
Тик буталабыҙ барыбер,
Бер молекулала — мөхәббәттә!...

Һөйөү көсө
Гүйә, беҙҙең хис- һөйөүгә
Иҫте ҡотоп елдәре.
Доньяны моңға тултырмай
Һандуғастың телдәре.
Беҙҙең һөйөү наҙҙар менән
Ҡояштан алып ялҡын,
Янды ла һүнде... Әйтерһең,
Ҡамасауланы һалҡын.
Бер мәл сығыр боҙҙар ярып,
Сағыу нурҙарҙан иреп,
Һәм мөхәббәт гиҙер күкте
Ҡанатын иркен киреп.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас