Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Августа 2024, 04:37

Алтаҡталарҙы дөрөҫ яҙыу аҙналығы

Өфөлә хаталар өҫтөндә эш иғлан ителде. Был турала Урал Килсенбаев хәбәр итә.

Алтаҡталарҙы дөрөҫ яҙыу аҙналығыАлтаҡталарҙы дөрөҫ яҙыу аҙналығы
Алтаҡталарҙы дөрөҫ яҙыу аҙналығы

БР Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев социаль селтәрҙә яҙыуынса, ҡалабыҙҙың 450-йыллығына әҙерлек әүҙем бара.

"Әлбиттә иң беренсе алтаҡталар, туҡталыштар яңыртыла. Тик ашығып, башҡорт телендә бик күп хата яһала. 27 авгусҡа тиклем алтаҡталарҙы дөрөҫ яҙыу аҙналығы тип иғлан итәйек", - тигән Урал Таһир улы.

Кем алтаҡталарҙа йә икенсе урындарҙа хаталар таба, уның сәхифәһенә (Урал Кильсенбаев (vk.com)), ошо туралағы яҙма аҫтына йәки шәхсән хәбәр яҙып, еткерә алаһығыҙ. Тик күргән хаталы яҙманың фотоһын һәм адресын ебәрергә онотмағыҙ!

Фото: Урал Кильсенбаев (vk.com)

Алтаҡталарҙы дөрөҫ яҙыу аҙналығы
Алтаҡталарҙы дөрөҫ яҙыу аҙналығы
Алтаҡталарҙы дөрөҫ яҙыу аҙналығы
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас