Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Августа 2024, 11:15

Юбилейға әҙерлек нисек бара?

БР Хөкүмәтенең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә  БР мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ етәксеһе Салауат Ҡолбахтин  Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыуға әҙерлек эштәре барышында Өфө ҡалаһының тарихи өлөшөндә мәҙәни мираҫ объекттарын ремонтлау һәм реставрациялау буйынса эштәр менән таныштырҙы.    

Юбилейға әҙерлек нисек бара?Юбилейға әҙерлек нисек бара?
Юбилейға әҙерлек нисек бара?

Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау йәмғиәт һәм дәүләт яғынан ҙур иғтибар талап итә. Сөнки һаҡланылған урынға эйә булыу һәм уны файҙаланыу бер нисә махсус талаптарҙы һәм сикләүҙәрҙе үтәү кәрәклеге менән бәйле.

«Юбилей сараларына әҙерлек барышында  ремонт эштәре ҡануниәт талаптарына ярашлы тормошҡа ашырыла. Шулай итеп, дәүләт тарихи-мәҙәни экспертизаһының оҙайлы процедураһын талап итмәгән эштәрҙе үткәреүҙең ябайлаштырылған процедураһы үтәлә. Был эш төрө документация әҙерләү ваҡытын эш башланғанға тиклем 6 айҙан 2 айға тиклем ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә. 2024 йылда Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы Өфө ҡалаһында мәҙәни мираҫ объекттарын ремонтлау-реставрациялау эштәренә 23 рөхсәт бирҙе», – тине С. Ҡолбахтин.

Уның һүҙҙәренсә, ҡаланың юбилейына әҙерлек барышында  баш ҡалабыҙҙа мәҙәни мираҫ объекттары һаналған Ленин урамындағы 61-се йорт («Коммерция училищеһы зданиеһы), Ленин урамындағы 26-сы йорт («Башпотребсоюз» зданиеһы), Октябрь революцияһы урамындағы 7-се йорт ( «Ҡала Чижев зданиеһы), 14-се йорт ( «Баш полиция»)( «Волга-Кама коммерция банкы» , К.Маркс урамындағы 14-се йорт (« Ҙур Себер ҡунаҡханаһы»), З.Вәлиди урамындағы 67-се йорт (Капкаевтар йорто) ремонтланған.

Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау, популярлаштырыу һәм дәүләт һаҡлауы буйынса эштәр идаралыҡ тарафынан дауам ителәсәк.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас