Был сара Тәңгәүер ырыуының VI йыйыны сиктәрендә үтте. Бөйөк ҡурайсының һыны Аҡъяр ауылының Мәҙәниәт һәм ял паркында урын алды. Һәйкәлде асыу тантанаһында район халҡы, Түңгәүерҙәр йыйыны делегаттары һәм рәсми вәкилдәр ҡатнашты.
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең директоры Салауат Кирәев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов, Хәйбулланың тағы ла бер талантлы ҡурайсыһы Ишморат Илбәков, Йомабай Иҫәнбаевтың ейәне Миңнулла Биҡҡолов сығыш яһап, ҡурай моңо тынмауын, башҡорт мәҙәниәте үҫешеүен һәм туған телебеҙ һаҡланыуын теләне.
Тантана барышында һәйкәлдең скульпторы – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахмановҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды.