Эш биреүсе аша пособиены нисек юлларға?
* Үҙегеҙҙең табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ һәм электрон больничный ҡағыҙы астырығыҙ. Больничныйҙы күҙалланған бала табыу датаһына 70 көн ҡалғансы әҙерләйҙәр. Мәғлүмәтте эш биреүсе автоматик рәүештә ала.
* Эш урынында йөклөлөк һәм бала табыу буйынса ялға ғариза бирегеҙ. Өс айға тиклемге баланы уллыҡҡа алһағыҙ, һеҙ ҙә ялға сығып, пособие алырға хоҡуҡлы. Бының өсөн ғаризаға уллыҡҡа алыу тураһындағы суд ҡарарын йәки уның күсермәһен беркетегеҙ.
Эшләмәгән осраҡта нисек пособие алырға?
Әгәр һеҙҙе ойошма тарҡалыу йәки шәхси эшҡыуарлыҡ ябылыу сәбәпле эштән бушатһалар йәки көндөҙгө бүлектә уҡыһағыҙ, пособие түләнергә тейеш.
* Эштән бушатылғандан һуң бер йыл эсендә мәшғүллек үҙәгендә эшһеҙ булараҡ иҫәпкә тороғоҙ.
* Рәсәйҙең Социаль фонды бүлексәһенә, Күп функциялы үҙәктә йәки Дәүләт хеҙмәттәрендә ғариза бирегеҙ.
* Әгәр студент булһағыҙ, уҡыу йортона мөрәжәғәт итегеҙ һәм медицина учреждениеһынан алған белешмәне тапшырығыҙ.
Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие менән бергә эш хаҡы алып булмай. Аҡса ял осорона ғына түләнә. Әгәр ғаризағыҙҙы һуңыраҡ бирһәгеҙ, пособиены ҡайтанан иҫәпләйәсәктәр.
Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие менән бергә бала ҡарау буйынса пособие ла алып булмай. Әммә икенсе пособиены, әсә эшкә сыҡһа ла, сабыйға 1,5 йәш тулғансы баланың атаһы алырға мөмкин.
Пособие күпме тәшкил итә?
* Әгәр страховка стажы 6 айҙан күберәк булһа, пособие уртаса эш хаҡының 100 процентын тәшкил итәсәк.
* Әгәр страховка стажы 6 айҙан кәм булһа, пособие тулы календарь ай өсөн минималь эш хаҡынан артыҡ булмай.
Пособие күләме нисә бала көтөүегеҙгә һәм бала табыуҙың нисек үтеүенә бәйле. Уны ошонда ҡарарға мөмкин: vk.cc/colxbN. Бөтә осраҡтарҙа ла пособие бер тапҡыр һәм ғариза килгәндән һуң 10 эш көнө эсендә тулыһынса түләнә.
Тулыраҡ мәғлүмәт — Рәсәйҙең Социаль фонды сайтында (vk.cc/colxbN).
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан