Таймый ауыл биләмәһенә ҡараған Таймый, 1-се Иҙелбай, 2-се Иҙелбай, Урмантау, Ташауыл һәм Атаутамаҡ ауылдары халҡының берҙәм көсө менән махсус хәрби операция зонаһына бортлы "УАЗ" автомобиле оҙатылды. Улай ғына ла түгел, машина арбаһына запас частар, запас тәгәрмәстәр, мунса мейесе, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ҙа тейәп ебәрелде.
- Бөгөн беҙ бергәләп Оло Еңеүгә бер аҙым яһаныҡ. МХО-ға "УАЗик" әҙерләп, оло юлға оҙаттыҡ. Егеттәребеҙ Еңеү менән әйләнеп ҡайтһын! – ти ауыл биләмәһе башлығы Гөлсинә Ишмөхәмәтова.