Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Август 2024, 08:45

Стәрлетамаҡтағы ваҡиға буйынса рәсми мәғлүмәт-2

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре Стәрлетамаҡтағы янғынды локализациялай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс кеше зыян күргән, улар Стәрлетамаҡ дауаханаһының реанимацияһына оҙатылған.

Стәрлетамаҡтағы ваҡиға буйынса рәсми мәғлүмәт-2Стәрлетамаҡтағы ваҡиға буйынса рәсми мәғлүмәт-2
Стәрлетамаҡтағы ваҡиға буйынса рәсми мәғлүмәт-2

Табиптар ике пациенттың хәлен ауыр тип баһалай, өсөнсөһө - бик ауыр хәлдә. Уларға бөтә кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтелә. 1-се ҡала дауаханаһы белгестәре санитар авиация линияһы буйынса Республика тән бешеүен дауалау үҙәгенең табип-комбустиологтары менән бәйләнешкә инә. Әлеге мәлдә зыян күреүселәргә тейешле тикшереүҙәр үткәрелә, дауалау тактикаһы килешелә. Шулай уҡ федераль үҙәк менән телемедицина консультациялары үткәреләсәк.

Фото: https://t.me/minzdravrb/9648

Видео: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас